+24 °С
Ямғыр


Түбәнге Таулыҡай ир-егеттәре Иркәш шишмәһен таҙартып, тирә-яғын кәртәләп, эсенә ағастар ултыртты. Яҙғы һыу ярҙарын йыумаһын өсөн барыһы ла цемент менән эшләнде. "Был эштәр ауылыбыҙҙың арҙаҡлы аҡһаҡалы Хөсәйенов Ирғәле ағай тәҡдиме менән башҡарылды. Сәлихов Әҡсән, Сәғәҙәтов Зәки, Ғәлин Рәхимйән, Имамбаев Хәйҙәр, Сәлихов Юнир һәм дә башҡа егеттәр ярҙам итте. Уларға һаулыҡ теләп, афариндар тип әйтергә генә ҡала. Аллаһыбыҙҙың рәхмәттәре яуһын ине, шишмәбеҙ бер ваҡытта ла ҡоромай, мәңге сылтырап ҡына ағып ятһын ине",-тип хәбәр итте таулыҡайҙар.