+24 °С
Ямғыр


Район хакимиәте башлығы Әминев Фәнис Ғәбдрәшит улы, район Советы секретары Сәйетов Рөстәм Рафаил улы, <Хәрби туғанлыҡ> ойошмаһы етәксеһе Әмиров Рәмис Рәсим улы Ишмөхәмәт ауылында йәшәүсе Баймөхәмәтовтар ғаиләһе менән осрашты. Район башлығы Санкт - Петербургта дауаланыусы улдары Рәилдең ата - әсәһенә ебәргән сәләмдәрен еткерҙе. Ғилман олатай менән Мәлифә инәйҙең хәлдәрен белеште, уларҙы борсоған һорауҙарға яуап бирҙе һәм проблемалары булһа хәлдәренән килгәнсе ярҙам итергә тырышасаҡтарын белдерҙе.