+24 °С
Ямғыр


Рәсәй кимәлендә иғлан ителгән "Агротуризм" программаһында илдең 63 төбәгенән 223 проект ҡатнашты һәм шуларҙың 73-ө еңеп сыҡты.Грантҡа эйә булыусылар араһында республиканың Кушнаренко районынан Әхсән Насибуллиндың һәм Баймаҡ районынан Денис Өмөтбаевтың булыуы бик тә ҡыуаныслы.
Денис Өмөтбаев йылҡысылыҡты үҫтереү менән маҡсатлы шөғөлләнә, ҡымыҙ етештерә, төрлө проекттарҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша.Ул ошо бизнесты артабан үҫтереүгә 4,7 млн һум федераль грант аласаҡ.Әйткәндәй, быйыл уның фермер хужалығында Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров булып, йәш эшҡыуарҙың эшмәкәрлегенә юғары баһа биргәйне.