Новости
2 Сентябрь 2022, 11:53

Иген культураларының тулайым йыйымы - 112 мең тонна!

Баймаҡ районында урып-йыйыу эштәре ойошҡанлы бара

Иген культураларының тулайым йыйымы - 112 мең тонна!Иген культураларының тулайым йыйымы - 112 мең тонна!
Иген культураларының тулайым йыйымы - 112 мең тонна!

Төбәктә ураҡ эштәре ҡыҙғандан-ҡыҙа.Райондың баш агрономы Нәжип Хәсәнов билдәләүенсә, әле иген культуралары 42 мең 970 гектарҙа сабылған, был планға ҡарата 56 процент тәшкил итә.Шуның 40 мең 425 гектарында урып-һуғылған (53 процент),  гектар ҡеүәте - 27,7 центнер.Тулайым йыйым - 112 мең тонна.

Етен иһә 1785 гектарҙа сабылған, 1025 гектарында йыйып алынған.Төшөм - 11,2 центнер.

Райондың агрономия хеҙмәте етәксеһе көн дә ауыл хужалығы предприятиеларында һәм фермер хужалыҡтарында булып, ураҡ эштәре менән яҡындан таныша, етәкселәр һәм игенселәр менән осраша.Был юлы ул Ярат ауылынан тәжрибәле фермер Айҙар Мырҙаҡаев етәкләгән предприятиела ураҡ эштәре менән ҡыҙыҡһынды.

Был хужалыҡ 700 гектарҙа иген һәм техник культуралар үҫтерә, уларҙан йыл да яҡшы уңыш йыйып ала.Быйыл иһә ашлыҡтың төшөмө айырыуса шәп - гектар ҡеүәте 28 центнер тәшкил итә.Әле бында бөтә көс ураҡҡа йүнәлтелгән, һәр игенсе үҙ иңенә йөкмәтелгән бурысты намыҫлы атҡара.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас