Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
2 Сентябрь 2022, 13:36

Хеҙмәте менән абруй яуланы

Нур Ғүмәровты "Р.И.Ишмуллин" КФХ-һында үҙ эшенең ысын оҫтаһы булараҡ беләләр

Хеҙмәте менән абруй яуланыХеҙмәте менән абруй яуланы
Хеҙмәте менән абруй яуланы

Нур Исмәғиғзәм улы Татлыбай ауылынан Радик Ишмуллин етәкләгән фермер хужалығында байтаҡ йылдар эшләй.Ошо ваҡыт эсендә ул намыҫлы хеҙмәте менән хаҡлы абруй яуланы, бер нисә тапҡыр район кимәлендә "Һөнәре буйынса иң яҡшыһы" булып танылды.

Нур Ғүмәровтың ҡулынан килмәгән эш юҡ: малсылыҡта ла эшләй, баҫыу кампанияларында ла әүҙем ҡатнаша.Тапшырылған һәр бурысты намыҫлы, ваҡытында үтәргә күнеккән ул.

Нур Исмәғиғзәм улы үҙенең олпат юбилейын - 60 йәшен билдәләй.Ауыл хужалығы производствоһы алдынғыһын ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ, иң изге теләктәр еткерәбеҙ!

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас