+21 °С
Болотло


Илнур Ишмөхәмәтов етәкләгән Ишмөхәмәт ауыл биләмәһендә шишмәләрҙе төҙөкләндереү, уларҙы кәртәләп алыуға ҙур иғтибар бүленә.Һуңғы бер-ике йылда бында 9 шишмә кәртәләп алынды.
Ишмөхәмәт ауыл биләмәһе Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән "Сылтыр шишмә" акцияһына икенсе йыл рәттән әүҙем ҡушыла һәм бөгөн был йүнәлештә маҡсатлы эш алып бара.Быйыл ауыл хакимиәте БР Экология министрлығының "Башҡортостан шишмәләре" проектында еңеп сыҡты һәм 100 мең һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булды.Әле ошо аҡсаға ҡоҙоҡто капиталь яңыртыу эштәре аҙағына яҡынлаша.Ошо арала уны асыу тантанаһы буласаҡ.