+24 °С
Ямғыр


Байыш урта мәктәбенең Ишмөхәмәт ауылындағы филиалында Белем көнөнә арналған тантана бик матур үтте.
Мәктәп уҡыусыларын, педагогик коллективты, ата-әсәләрҙе, ауыл халҡын байрам уңайы менән Байыш мәктәбе директоры Фәнил Мортазин, Ишмөхәмәт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илнур Ишмөхәмәтов, ауылдың имам-хатибы Сәфәрғәле Ярмуллин, мәғариф ветераны, РФ-тың мәғариф отличнигы Сәрүәр Әхмәтшина ихлас тәбрикләне, 1-се класс уҡыусыларына бүләктәр тапшырҙы.
Яңы уҡыу йылы яңы ҡаҙаныштар алып килһен, хәйерле сәғәттә!