+21 °С
Болотло


Бөгөн - Ветеринария хеҙмәткәре көнө.Врач кешене дауалаһа, ветеринар бөтөн кешелекте дауалай, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр.Рәил Риф улы Әбүбәкиров етәкләгән Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһының ветеринария станцияһы коллективы үҙ иңенә йөкмәтелгән бурыстарҙы намыҫлы атҡара, юғары күрһәткестәргә өлгәшә.Учреждение эш һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан кимәлендә иң яҡшыларҙан һанала.
80 хеҙмәткәрҙе берләштергән ҡеүәтле коллективты һәм ветерандарҙы Ветеринария хеҙмәткәре көнө менән ҡотлайбыҙ, еңел булмаған эштәрендә яңы ҡаҙаныштар, һаулыҡ, именлек теләйбеҙ.Байрамығыҙ мөбәрәк булһын!