+24 °С
Ямғыр


1 сентябрҙә — Белем көнөндә Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында алкоголь һатыу тыйыла.
Спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйыу кафе, бар һәм ресторандарға ҡағылмай.
Был законды боҙғандар өсөн штраф ҡаралған. Вазифалы кешеләргә — 20-40 мең, юридик берәмектәргә иһә 100-300 мең һум.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала яңы йыл каникулдарында, Һуңғы ҡыңғырау байрамында, Йәштәр көнөндә, Белем көнөндә, шулай уҡ муниципалитеттарҙа һабантуй ойошторолған көндәрҙә лә хәмер һатыу сикләнә.