+24 °С
Ямғыр


Фәнис Ғәбдрәшит улы Украинала хәрби операция барышында яраланып, әле Санкт-Петербург ҡалаһында госпиталдә дауаланыу курсы үткән Ишмөхәмәт ауылы егете Баймөхәмәтов Рәил Ғилман улының хәлен барып белеште.Башлыҡ менән бергә Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, районыбыҙҙың Сосновка ауылы ҡыҙы Гөлназ Ибраһимова ла барҙы."Үҙе, туғандары, ғаиләһе өсөн ауыр ваҡытта хәлен белешеп, рухи яҡтан көс, дәрт өҫтәгәнеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә, - тине Ишмөхәмәт ауыл биләмәһе башлығы Илнур Ишмөхәмәтов.