Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
28 Августа 2022, 07:25

Күпме түләнәсәк?

Хәҙер «Герой-әсә» исеменә лайыҡ булған ҡатын-ҡыҙҙарға –  1 миллион, «Ата-әсәлек даны» ордены менән бүләкләнгән ата-әсәләргә– 500 мең, ә миҙал өсөн 200 мең һум түләнә башлай. Ул ҡасандан түләнәсәк?..

Күпме түләнәсәк?Күпме түләнәсәк?
Күпме түләнәсәк?

Рәсәй Хөкүмәтендә Герой-әсәләргә, шулай уҡ «Ата-әсәлек даны» миҙалы һәм ордены менән бүләкләнгән ата-әсәләргә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр күләме раҫланды. Михаил Мишустин ҡул ҡуйған тейешле ҡарар хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Хәҙер «Герой-әсә» исеменә лайыҡ булған ҡатын-ҡыҙҙарға –  1 миллион, «Ата-әсәлек даны» ордены менән бүләкләнгән ата-әсәләргә– 500 мең, ә миҙал өсөн 200 мең һум түләнә башлай.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса быйылдан "Герой-Әсә" исеме бирелә башлай. Уға 10 һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән -ҡыҙҙар дәғүә итергә мөмкин. «Ата-әсәлек даны» ордены – ете һәм унан күберәк, ә миҙалы дүрт һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән өсөн тапшырыла.

Хәҙер Хөкүмәт резерв фондтан аҡса бүлеү тураһында бойороҡ әҙерләй, аҡса 2022 йылда бүләкләнеүселәргә түләү өсөн йүнәлтелә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас