Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
28 Август 2022, 12:57

Әбделкәрим кәбеҫтәһе өлгөргән!

Йәлил Еркулов район халҡын сифатлы йәшелсәһе менән ҡыуандыра

Әбделкәрим кәбеҫтәһе өлгөргән!Әбделкәрим кәбеҫтәһе өлгөргән!
Әбделкәрим кәбеҫтәһе өлгөргән!

Әбделкәрим ауылынан фермер Йәлил Еркуловты Баймаҡ районында ғына түгел, Урал аръяғы төбәгендә лә йәшелсәселек менән уңышлы шөғөлләнеүсе фермер булараҡ яҡшы беләләр.Ҡыяр, кәбеҫтә, картуф үҫтереү буйынса махсуслашҡан эшҡыуар йылдың-йылы юғары уңыш алыуға ирешә.Ул ҡалала һәм төбәктә ойошторолған ауыл хужалығы фәрминкәләрендә һәр саҡ әүҙем ҡатнаша.

Бөгөн Баймаҡтағы йәкшәмбе баҙарына уңған фермер кәбеҫтә лә алып сыҡҡайны."Быйыл да кәбеҫтәнең уңышы насарҙан түгел", - ти ул.Уның килограмын эшҡыуар 25 һумдан тәҡдим итте.Шулай уҡ тоҙлауға ҡыяр ҙа бар - килограмы 50 һум.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас