Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
26 Август 2022, 09:25

Салауаттар миҙгелгә яҡшы әҙерләнә

Хужалыҡ ике ҡышҡа етерлек аҙыҡ запасы тупланы

Салауаттар миҙгелгә яҡшы әҙерләнәСалауаттар миҙгелгә яҡшы әҙерләнә
Салауаттар миҙгелгә яҡшы әҙерләнә

"Салауат" ЯСЙ-һы коллективы быйыл да мал ҡышлатыу миҙгелен яҡшы әҙерлек менән ҡаршы ала.Бында 4 мең тонна сенаж һәм 400 тонна сифатлы бесән әҙерләнде, ике ҡышҡа етерлек запас тупланды.Быға хужалыҡ етәкселегенең эште яҡшы ойоштороуы, бесәнселәр һәм сенажсылар звеноларының үҙ бурыстарына яуаплы ҡарауы арҡаһында өлгәшелде.Механизаторҙар Сабит Хажин, Рәмил Дисәнов, Айтуған Ғатауллин, Зәбир Рамазанов, Хәйҙәр Усманов, Хәкимйән Мәһәҙиев, Рәйес Кәримов, водителдәр Ринат Мансуров, Айтуған Мәһәҙиев, Сәғит Йәһүҙин ысын хеҙмәт батырлығы күрһәтте.

Предприятие баҫыуҙарында әле иген һәм техник культуралар майҙандары өлгөрә, уларҙан мул уңыш көтөлә.Әйткәндәй, салауаттар урып-йыйыу эштәренә лә тотондо - һолоға төштө.Гектар ҡеүәте лә юғары - 32 центнер.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас