

Алдағы яҙмаларҙа хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, танылған ҡурайсы һәм йырсы Рәмил Туйсин етәкләгән Сибай концерт-театр берекмәһенең ижади төркөмө беҙҙең районда тарихи-мәҙәни экспедицияла булды.Ҡурайсылар, йырсылар һәм музыканттар тәүҙә ҡалалағы 1-се мәктәптең Ҡурай музейы менән танышты, атаҡлы Буранбай һәм Баяс сәсәндәрҙең, ҡурайсы һәм педагог Кәрим Дияровтың тыуған төйәгендә булды, Алдар батыр һәйкәленә сәйәхәт ҡылды.Түбәнге Яйыҡбай ауылында улар танылған Хәсәновтар ғаиләһе, әүҙем йәмәғәтселәр менән осрашты, улар башҡарыуында халыҡ көйҙәрен тыңланы.
Йәш таланттар арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең тыуған төйәгендә булып, районыбыҙҙың ижад гәүһәрҙәре тураһында күп мәғлүмәт алды, ысын мәғәнәһендә тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡыларҙы үҙ күҙҙәре менән күрҙе.
Әйтергә кәрәк, Сибай филармонияһының уникаль был проекты артабан да дауам итәсәк.