Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
23 Август 2022, 18:14

"Ҡурай" музейы үҙендә күп серҙәр һаҡлай

Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбе Сибай концерт-театр берекмәһенең ижади төркөмөн ҡунаҡсыл ҡаршы алды

"Ҡурай" музейы үҙендә күп серҙәр һаҡлай"Ҡурай" музейы үҙендә күп серҙәр һаҡлай
"Ҡурай" музейы үҙендә күп серҙәр һаҡлай

Хәбәр итеүебеҙсә, Сибай концерт-театр берекмәһенең ижад буйынса директор урынбаҫары Рәмил Туйсин етәкселегендәге ҡурайсылар, йырсылар һәм музыканттар төркөмө уникаль проектҡа нигеҙ һалды - улар беҙҙең төбәктән сыҡҡан мәшһүр халыҡ таланттары йәшәгән урындарҙа булып, уларҙың тыуған төйәге менән танышып ҡына ҡалмай, ә улар ижад иткән йыр-моңдарҙы башҡара, халыҡ күңеленә еткерә.Ошо маҡсатта бөгөн артистар ҡаланың 1-се мәктәбендә, атаҡлы Буранбай сәсәндең, Баяс батырҙың, ҡурайсы, фольклорсы, педагог Кәрим Дияровтың тыуған төйәгендә булды, Алдар батыр

һәйкәленә сәйәхәт ҡылды.

1-се мәктәптә артистар "Ҡурай" музейында булды.Был музей райондың ғына түгел, ә бөтөн республиканың ғорурлығы булып тора, ул үҙенә ғәйәт бай экспонаттар, тарихи ҡомартҡылар туплаған.Музей мөдире Эльвира Мырҙабаева төплө мәғлүмәт бирҙе.Әйткәндәй, быйыл уның ойошторолоуына 20 йыл тула.

Бөгөн ысын мәғәнәһендә унда тарихи ваҡиға булды - Кәрим Дияров исемендәге район ҡурайсылар конкурсының иң беренсе еңеүсеһе булараҡ, Рәмил Туйсин музейға ошо бәйгенең төп призын - гәлсәр мөгөҙҙө тапшырҙы.

Сибай концерт-театр берекмәһе артистарының ошонда уҡ мәшһүр "Урал" көйөн һәм Баймаҡ гимнын башҡарыуын атаҡлы ҡурайсыларға дан йырлау тип ҡабул итергә кәрәктер.

Тарихи-мәҙәни экспедицияның дауамы менән сираттағы яҙмаларҙа таныштырырбыҙ.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас