Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
23 Август 2022, 08:17

Сибай филармонияһы - тарихи-мәҙәни экспедицияла

Ижади коллектив уны Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы сиктәрендә тормошҡа ашыра

Сибай филармонияһы - тарихи-мәҙәни экспедициялаСибай филармонияһы - тарихи-мәҙәни экспедицияла
Сибай филармонияһы - тарихи-мәҙәни экспедицияла

Бөгөн Сибай концерт-театр берекмәһе директорының ижад буйынса урынбаҫары, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Париж улы Туйсин етәкләгән ҡурайсы һәм йырсылар төркөмө Баймаҡ районы буйлап тарихи-мәҙәни экспедицияға сыҡты.

Экспедицияның маҡсаты - халҡыбыҙҙың аҫыл йырҙары, мәңге һүнмәҫ ижад өлгөләре, арҙаҡлы ҡурайсылары һәм йырсылары тыуған төбәктә булыу, бөйөк шәхестәренең тәпәй баҫҡан төйәген күреү.

Тәүҙә ижади төркөм Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбендә урынлашҡан Ҡурай музейында булды.

Экспедициянан яҙмаларҙы ошо төркөмдә күҙәтеп барырһығыҙ.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас