

Ҡағиҙә булараҡ законды боҙоу йәки енәйәт ҡылыу тиҙ һәм еңел килеп сыға. Сөнки хоҡуҡ боҙоусылар өсөн бер ниндәй ҙә сик һәм тыйыуҙар юҡ. Бындайҙар ҡағиҙә, ҡанун һәм нормаларҙы аша атлап, нисек теләй шулай ҡылана. Ә бына хоҡуҡ боҙоуҙы теркәү, иҫбатлау һәм процессуаль ҡарар ҡабул итеү өсөн күп көс һәм ваҡыт талап ителә. Сөнки бының өсөн айырым регламенттар һәм уның үҙ ҡанундары бар.
Баймаҡ районындағы ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендә тәртип урынлаштырыуҙы планға ярашлы дауам итәбеҙ. Бөгөн "Яҙ" ("Весна") яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшмәкәрлегенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды. Был йәһәттән БР буйынса Эске эштәр министрлығы һәм РФ Тикшереү комитетының БР буйынса төбәк идаралығы хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтемде белдерергә теләйем.
Бынан тыш, алдан яҙып үтеүемсә, уҙған аҙнала мин хоҡуҡ боҙоусыларға ҡарата төҙөлгән барлыҡ документтарҙы Рәсәй Федерацияһының Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлығының үҙәк аппаратына тапшырҙым. Алдағы ултырыштарҙа Күсей ауыл советы биләмәһендә законды тупаҫ боҙған компанияларҙы лицензияһыҙ ҡалдырыу мәсьәләһе ҡараласаҡ.
Енәйәт эштәре асыу һәм лицензияһын тартыу алыу - икеһе ике төрлө, үҙ аллы процесс булып тора.
Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендәге проблемаларҙы хәл итеүҙә федераль һәм төбәк властарының әүҙемлегенә ҡарамаҫтан, ҡайһы бер эшмәкәрҙәр беҙҙең хеҙмәтте шик аҫтына ҡуйырға тырыша, контекстан ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе алып ташлай һәм провокациялар менән шөғөлләнә. Бындайҙар өсөн яңынан аңлатып үтәм: сәсмә алтын сығарыуҙағы мораторий мәсьәләһе лә тикшереү өҫтөндә. Республика Башлығы Р. Хәбиров менән "Родр" ете осрашыуында
Республика Башлығы Р.Хәбиров менән "Роснедр" етәксеһе Е. Петров осрашыуында был тәҡдим ошо юҫыҡтағы проблеманы радикаль хәл итеү сифатында тәүге тапҡыр яңғыраны. Был ҡарар нисек тә булһа барыбер тормошҡа ашырыласаҡ. Дәүләт менән идара итеү тәжрибәһендә лә был тәүге тапҡыр ҡулланыла. Элек сәсмә алтын сығарыуҙа мораторий индереү ҡулланылмаған. Был процесс ойоштороу-хоҡуҡи ҡарарҙар әҙерләү өсөн күпмелер ваҡыт талап итә. Ойоштороу-хоҡуҡи ҡарарҙар әҙерләү өсөн күпмелер ваҡыт талап ителә.
Ошо рәүешле лицензияларын тартып алыу һәм енәйәт эштәрен ҡуҙғалтҡандан һуң закон һәм экологияны һанға һуҡмаған ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларҙы айнытып ебәрер, тип ышанам.
Азат Бадранов.
https://vk.com/wall140293852_4032

