Новости
23 Август 2022, 09:55

Һаман эҫе була әле...

Башҡортостанда һауа торошон элеккесә антициклон билдәләй, шуға яуым-төшөм булмай. Республикала һуңғы тапҡыр ямғыр август башында күҙәтелгәйне. Хәҙер яуым-төшөмдөң айлыҡ нормаһынан 10% ғына яуған...

Һаман эҫе була әле...Һаман эҫе була әле...
Һаман эҫе була әле...

Башгидрометүҙәк мәғлүмәте буйынса, был аҙнала республикала уртаса эҫе һәм эҫе һауа торошо күҙәтелә. Һауа температураһы төндә +13, +18 градус, урыны менән +6, +11, көндөҙ +27, +32. Өфөлә көндөҙ 30 градусҡа яҡын.

«Уртаса һауа температураһы норманан 4-6 градусҡа юғарыраҡ була. Уҙған аҙнала уртаса һауа температураһы нормаға ярашлы булды», — тине белгестәр.  

Башҡортостанда һауа торошон элеккесә антициклон билдәләй, шуға яуым-төшөм булмай. Республикала һуңғы тапҡыр ямғыр август башында күҙәтелгәйне. Хәҙер яуым-төшөмдөң айлыҡ нормаһынан 10% ғына яуған.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас