Новости
16 Августа 2022, 16:53

Темәс мәктәбендә ремонт аҙағына яҡынлаша

Был эштәр "Мәктәп системаһын модернизациялау" федераль программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла

Темәс мәктәбендә ремонт аҙағына яҡынлашаТемәс мәктәбендә ремонт аҙағына яҡынлаша
Темәс мәктәбендә ремонт аҙағына яҡынлаша

Темәс мәктәбен капиталь ремонтлау эштәре аҙағына яҡынлаша.Бөгөн бында бинаның ҡыйығын тулыһынса яңынан ябыу, фасадын профнастил менән көпләү, уҡыу кабинеттарының иҙәнен яңыртыу, бөтөн стеналарҙы штукатурлау, баҫҡыс майҙансыҡтарын заман шарттарына ярашлы эшләү әүҙем бара.Ашхана, башҡа участкаларҙа ла эш ойошҡанлы дауам итә.

Бер үк ваҡытта барлыҡ йыһаз һәм ҡоролмалар яңыртыла, әле уларҙы килтереү һәм ҡороу эштәре бара.

Капиталь ремонт тураһында репортажды гәзиттә ошо аҙналағы һанында уҡырһығыҙ.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас