Һаҡмар
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
15 Августа 2022, 16:39

Ҡараһыу баҫыуына төштөләр

Ленин исемендәге АХК игенселәре һолонан мул уңыш йыя

Ҡараһыу баҫыуына төштөләрҠараһыу баҫыуына төштөләр
Ҡараһыу баҫыуына төштөләр

Райондың ауыл хужалығы тармағы флагманы - Ленин исемендәге кооперативтың урып-йыйыу звеноһы, "Уҫаҡ түше" тип аталған һоло баҫыуында эштәрҙе тамамлап, бөгөн "Ҡараһыу" участкаһына төштө.Әйтергә кәрәк, быйылғы төшөм ҡыуандыра - уңыш гектарынан 26,5 центнер тәшкил итте.

Игенде яҫмаларға һалыу алдынғы механизаторҙар Зәки Ҡотлоғужин һәм Фәнил Ғәйетбаев иңенә йөкмәтелгән.Ашлыҡты урып-һуғыуҙа "Нива-эффект" комбайндарында Ишмулла Сәғәҙәтов, Айрат Туйсин һәм Рәхимйән Ғәлин хеҙмәт ҡаһарманлығы күрһәтә.Ашлыҡты ташыуҙа водителдәр Наил Исхаҡов, Наил Үҙәнбаев һәм механизатор Ҡәнзәфәр Гөлбәйетов һынатмай.

Йәмил Үҙәнбаев етәкләгән ырҙын табағы коллективы ашлыҡты ҡабул итеү, таҙартып келәттәргә һалыу эшен ойошҡанлы алып бара.Гөлиә Солтанованың ашнаҡсылар коллективы баҫыу батырҙарын тәмле аш-һыуы менән һөйөндөрә.

Бер үк ваҡытта баҫыуҙарҙан бесәнлеккә һалам ташыу ойошторолған.

Хужалыҡ рәйесе Ғәлим Булат улы Сәлимов билдәләүенсә, кооператив мал аҙығы әҙерләү кампанияһын тамамлаған, барлығы ике йыллыҡ запас тупланған.Малсылыҡ базалары ла ремонтланған.Тимәк, малды имен ҡышлатыу өсөн быйыл да бөтә мөмкинлектәр бар.

Һоло һуғыуҙы тамамлау менән игенселәр арпа һәм бойҙай баҫыуҙарына төшәсәк.Был культураларҙан да мул уңыш көтөлә.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас