Һаҡмар
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
12 Августа 2022, 16:26

Рим Йәнбирҙинға - юғары награда!

Бындай баһаға ул мәғариф өлкәһен үҫтереүгә индергән тос өлөшө лайыҡ булды

Рим Йәнбирҙинға - юғары награда!Рим Йәнбирҙинға - юғары награда!
Рим Йәнбирҙинға - юғары награда!

Бөгөн Өфөлә Конгресс-холда педагогтарҙың Республика август кәңәшмәһе үтте.Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәттә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкәндәргә дәүләт наградалары һәм премиялар тапшырҙы.

Ҡаратал мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Рим Сөләймән улы Йәнбирҙин "БР-ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Рим Сөләймән улы бар ғүмерен мәғарифты үҫтереүгә арнай, намыҫлы хеҙмәте менән абруй ҡаҙана.Ул ауыл биләмәһенең һәм райондың йәмәғәт тормошонда һәр саҡ әүҙем ҡатнаша, урындағы ҡоролтай хәрәкәтен етәкләй.

Афарин, ҡотлайбыҙ!

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас