+2 °С
Облачно


Бөгөн Өфөлә үткән педагогтарҙың Республика август кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы.
Баймаҡ лицей-интернаты уҡытыусыһы Ләлә Ишкинина Башҡортостан Республикаһы Башлығының премияһы менән бүләкләнде.
Ләлә Аллабирҙе ҡыҙы - ижади, алдынғы алымдарҙы ҡулланып эшләүсе, юғары һөҙөмтәләргә ирешеүсе педагогтарҙың береһе.Намыҫлы хеҙмәте менән ул хаҡлы ихтирам яулаған.
Ҡотлайбыҙ!