

Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты "Һаҡмар"ҙы - һәр йортҡа!" исемле конкурс иғлан итеп, унда еңеүсе ауыл биләмәләре башлыҡтарын дипломдар һәм аҡсалата премиялар менән бүләкләй.Был инде матур йолаға әүерелгән.
2022 йылдың икенсе яртыһына ойошторолған подписка йомғаҡтары буйынса Моҡас (башлығы Нияз Атанғолов) иң яҡшы һөҙөмтәгә иреште һәм беренсе дәрәжә диплом, аҡсалата премия менән бүләкләнде.Ишмөхәмәт (Илнур Ишмөхәмәтов) - икенсе, Ҡолсора (Ришат Ишмырҙин) ауыл биләмәһе өсөнсө урынды алды.
Билал (Илдар Саптаров), Ишбирҙе (Гөлшат Иҫәндәүләтова), Ишмырҙа (Заһит Ҡашҡаров), Ярат (Фәнүр Йәрмөхәмәтов) подписканы яҡшы ойошторғандары өсөн диплом һәм премияға лайыҡ булды.Уларҙы Ҡоролтай рәйесе Ришат Ишембәтов тәбрикләне.
Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге директоры Гүзәл Салихова еңеүселәрҙе ихлас ҡотланы, редакцияның бүләктәрен тапшырҙы.