Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2022, 13:34

Ураҡ эштәре ҡыҙа

Райондың ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтары игендән мул уңыш йыя

Ураҡ эштәре ҡыҙа
Ураҡ эштәре ҡыҙа

Ауыл хеҙмәтсәне өсөн иң яуаплы мәл етте - иген культураларын урып-йыйыу эштәре башланды.Райондың баш агрономы Нәжип Хәсәнов әйтеүенсә, әле иген культуралары 3100 гектарҙа сабылған, 2700 гектарында һуғып алынған.Гектар ҡеүәте - 23 центнер.

Рәшит Яхин, Илфат Сәфәрғәлин, Линар Әхмәтов, Виктор Землянский, Сергей Касьянов, Рәмил Байрамғолов, Ришат Зәйнуллин етәкләгән КФХ-ларҙа, Ленин исемендәге АХК, "Колос", "Юрта" ЯСЙ-ларында ураҡ ойошҡанлы бара.

Хәйерле сәғәттә, игенсе!

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: