Һаҡмар
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2022, 12:15

Радик Юлъяҡшин ғәфү үтенде һәм китте

Йырсы башҡорт һәм татар телдәрендә йырламаясаҡ...

Радик Юлъяҡшин ғәфү үтенде һәм китте
Радик Юлъяҡшин ғәфү үтенде һәм китте

Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей) үҙенең социаль селтәрҙәге битләүеге аша тамашасылары менән хушлашты. Йырсы әлеге ваҡытта дуҫтары менән сплавта булыуын белдерҙе. “Ҡайтыу менән кәләшем менән әйберҙәребеҙҙе йыйып, Мәскәү ҡалаһына күсеп китәбеҙ”,-тип яҙҙы ул.

Был аҙымын Радик Өфө һәм Ҡазан араһында йөрөп ижад итеүе ҡатмарлы булыуын, рус телендәге йырҙарының йыйылып китеүен, уларҙы тамашасыға сығарырға кәрәклеге менән аңлатты. Башҡаса башҡорт һәм татар телендә йырламаясағын да әйтте Радик. Һуңғы хушлашыу концерты буласаҡ, әлбиттә. Шулай уҡ йырсы бер нисә йырсынан һәм Яңауыл халҡынан ғәфү үтенде, үҙенә терәк булғандарға рәхмәтен белдерҙе.

Ижали уңыштар һиңә, Элвин Грей. Ҡайҙа йөрөһәң-йәшәһәң дә, бәхетле бул!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: