Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2022, 11:30

Абау! Йәшен атҡан!

Йомаш ауылында йәшен атып, янғын сыҡҡан...

Абау! Йәшен атҡан!
Абау! Йәшен атҡан!

Йәшендең ни тиклем ҡурҡыныс булыуын онотоп ебәрәбеҙ. Уның ямғыры булмаһа ла, ҡоро йәшнәүе үтә хәүефле.

Был аҙнала Йомашта бер хужалыҡтың кәртәһе янып китә. Был хаҡта оператив кәңәшмәлә берҙәм-диспетчер хеҙмәте хәбәр итте. Белгестәр һарайға йәшен һуҡҡанын билдәләне.

Шишмә районы Иҫке Муса ауылында бер йортто йәшен атҡан, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан.

Был хәл кисә йәшен ваҡытында булған. Ведомство мәғлүмәттәренә ҡарағанда, разряд бүлмәнең стенаһы аша үтеп, туңдырғыс камераны атҡан.

Күршеләренең ваҡытында ярҙамға килеүе янғындың таралыуына юл ҡуймаған.

Шуға күрә йәшен ваҡытында электр приборҙарын һүндерергә, кеҫә телефоны менән ҡулланмаҫҡа кәрәк. Үҙегеҙ ҙә йәшен аҫтына сығып йөрөмәгеҙ! Гел булмай - бер була!

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: