+25 °С
Ясна
Иҫке Сибайҙа яңы мәктәп төҙөү район ғына түгел, ә республика әһәмиәтендәге объект булып һанала.Бөгөн был проектты тормошҡа ашырыу киң ҡолас менән бара, объекттың барлыҡ участкаларында ла эш ҡайнай.Быға беҙ сираттағы сәфәребеҙҙә тағы бер ҡат инандыҡ.
Проект етәксеһе Айҙар Латыпов оҙатыуында төҙөлөш барышы менән яҡындан танышып, эштәрҙең бик ойошҡанлы барыуына шаһит булдыҡ.Бушты-бушҡа ауҙарып йөрөгән кеше юҡ бында, һәр кем үҙ эше менән мәшғүл.Сифатҡа айырым иғтибар йүнәлтелә, тейешле технологиялар күҙәтелә.
Мәктәп төҙөлөшө тураһында гәзитебеҙҙең киләһе һанында ентекле репортаж менән танышырһығыҙ.