Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Июль , 15:30

Почта нисек ял итә?

Ҡорбан байрамы һәм өс көнлөк ял уңайынан республикала почта бүлексәләренең эш графигы үҙгәрә...

Почта нисек ял итә?
Почта нисек ял итә?

Ҡорбан байрамы һәм өс көнлөк ял уңайынан республикала почта бүлексәләренең эш графигы үҙгәрә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Федераль почта элемтәһе идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

Йома, 8 июлдә, республиканың почта офистары бер сәғәткә алдараҡ ябыла, шәмбе, 9 июлдә, элемтә бүлексәләре ял итә, 10 июлдә почта – йәкшәмбе, ә дүшәмбе, 11 июлдә иһә шәмбе графигы буйынса эшләй. Почтальондар барам көндәрендә пенсияларҙы һәм пособиеларҙы байрам көндәрендә Рәсәй Пенсия фондының республика бүлексәһе менән килешелгән графигына ярашлы тарата.

Әммә ҡайһы бер ауыл бүлексәләренең эш режимы икенсе төрлө булырға мөмкин. Рәсәй почтаһы сайтында йәки мобиль ҡушымтаһында почта бүлексәләренең эш ваҡытын белергә  йәки картала яҡындағы асыҡ бүлексәне табырға мөмкин.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас в