Һаҡмар
+25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июнь , 15:25

Ғаилә менән ял итегеҙ!

25 июндә Башҡортостандың барлыҡ район-ҡалаларында Ғаилә ялы ойошторола...

Ғаилә менән ял итегеҙ!
Ғаилә менән ял итегеҙ!

25 июндә Башҡортостандың барлыҡ район-ҡалаларында Ғаилә ялы ойошторола, тип хәбәр иттеләр республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.

Был юлы балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн ғаилә ялы «йәйге» темаға бағышлана — «PRO ОТДЫХ».

«Байрамда ҡатнашыусыларҙы бай һәм ҡыҙыҡлы программа, шул иҫәптән спорт йүнәлеше буйынса оҫталыҡ дәрестәре, палаткалар ҡуйыу буйынса лайфхактар, «рюкзак сере» конкурсы, республиканың туристик турҙары менән танышыу көтә, — тип белдерҙеләр Хеҙмәт министрлығында. — Ғаиләләрҙе мауыҡтырғыс ғаилә ялы көнөнә ҡушылырға саҡырабыҙ».

Ғаилә ялын ойоштороусылар — республиканың Хеҙмәт министрлығы һәм «Ғаилә» үҙәктәре.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас в