Һаҡмар
+11 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июнь 2022, 13:55

Талҡаҫыбыҙ - тәбиғи ҡомартҡы

Башҡортостан Башлығының 2022 йылдың 18 апрелендәге 211-се указына ярашлы, Баймаҡ районында республика әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһының рәсми билдәләнгән сиктәрендә файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу, быраулау-шартлатыу һәм тау эштәре, мал көтөү һәм дарыу үләндәрен йыйыу, «рөхсәтһеҙ» туҡтау һәм транспорт хәрәкәте, усаҡ яғыу, һунар итеү, ҡалдыҡтарҙы күмеү тыйыла...

Талҡаҫыбыҙ - тәбиғи ҡомартҡы
Талҡаҫыбыҙ - тәбиғи ҡомартҡы

Росреестр һәм Кадастр палатаһы белгестәре «Талҡаҫ күле» махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһенең сиктәре тураһында мәғлүмәттәрҙе Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына индерҙе. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Башҡортостан Башлығының 2022 йылдың 18 апрелендәге 211-се указына ярашлы, Баймаҡ районында республика әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһының рәсми билдәләнгән сиктәрендә файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу, быраулау-шартлатыу һәм тау эштәре, мал көтөү һәм дарыу үләндәрен йыйыу, «рөхсәтһеҙ» туҡтау һәм транспорт хәрәкәте, усаҡ яғыу, һунар итеү, ҡалдыҡтарҙы күмеү тыйыла.

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 215 һаҡланған тәбиғәт объектының 212-һенең сиге Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына индерелгән (98,6%). Йыл аҙағына тиклем Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, Өфөләге Ботаника баҡса-институты, «Ҡыҙыл шишмә» тәбиғәт ҡомартҡыһы сиктәре реестрына индереү күҙаллана. Тәбиғәт объекттары тураһында мәғлүмәтте Росреестрҙың кадастр картаһында күрергә мөмкин.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас в