+15 °С
Дождь


Бөгөн Башҡортостанда +24 градусҡаса йылыта, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығынан.
Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 14 июндә республикала көндөң аяҙлы-болотло булыуы фаразлана. Яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан, секундына 5-10 метр.
Һауа температураһы көндөҙ +19, +24 градус була.
Алдағы ике көндә төбәктә һауа температураһы +26 градусҡаса күтәрелә.