

Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтарҙың ун тапҡырға артыуы тураһында иҫкәрттеләр. Рәсәйҙә 8 июндән урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн административ яуаплылыҡ көсәйтелде: граждандарға штраф — уртаса ун тапҡырға, ә чиновниктарға, шәхси эшҡыуарҙарға һәм юридик берәмектәргә максималь яза ике тапҡырға артты.
Ҡоро үлән, ҡоро-һары яндырған өсөн, шул иҫәптән ағастарҙан янғынға ҡаршы һыҙат менән бүленмәгән участкаларҙа штрафтар түбәндәгесә:
- граждандарға элекке өс-дүрт мең урынына 30-40 мең һум штраф янай;
- вазифалы кешеләргә — элекке 15-20 мең урынына 30-50 мең;
- юридик берәмектәргә — 150-250 мең һум урынына 300-500 мең.
«Шул уҡ ваҡытта юридик берәмектәр өсөн максималь штраф — ике миллион һум, — тип хәбәр иттеләр дәүләт комитетынан. — Бөгөнгә республика биләмәһендәге урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 96 осрағы асыҡланған. Бөтәһе 66 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, 570 мең һумдан ашыу штраф һалынған».