Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров 14 май көнө Баймаҡ районына эш сәфәре барышында Иҫке Сибайҙа үткән "Оҙон бәйге" ат спорты ярышына тамаша ҡылып, төбәктә "Башҡорт аты" этнофестивале үткәрергә тәҡдим иткәйне."Ирәндек" башҡорт тоҡомло атты һаҡлау һәм үҫтереү буйынса хәйриә фонды, Иҫке Сибай ауыл биләмәһе, район хакимиәте тарафынан ойошторолған был сара юғары кимәлдә үтте һәм ул яңы маҡсаттар ҡуйҙы.Бынан алда Рәсәй кимәлендә тәүге тапҡыр "Тай-тулаҡ" ярышын да ойошторҙо фонд егеттәре.
Район хакимиәтендә үткән кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов "Башҡорт аты" фестивален үткәреүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм уны юғары кимәлдә ойоштороу бурысын ҡуйҙы.Уның билдәләүенсә, этнофестиваль башҡорт аты, башҡорт халҡы, уның бай тарихы, мәҙәниәте һәм кәсептәрен бөтөн тулылығында асып бирергә тейеш.Тәбиғи, ошо фестиваль сиктәрендә бер нисә этапта ат сабыштары, милли спорт ярыштары, уйындар ойоштороу мөһим.Башҡорт милли аш-һыуҙары, иң яҡшы ҡымыҙ бешеү оҫтаһына конкурстар ҙа үтәсәк.
Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев билдәләүенсә, беҙҙең төбәктең бындай кимәлдәге саралар үткәреү тәжрибәһе бар, быға ҡәҙәр ул 2014 һәм 2015 йылдарҙа ойошторолғайны.Был юлы ла фестиваль Граф күле буйында уҙасаҡ.
Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт, Спорт министрлыҡтары, башҡа ведомстволар, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, "Ирәндек" башҡорт тоҡомло атты һаҡлау һәм үҫтереү буйынса хәйриә фонды етәкселәре үҙҙәренең тәҡдимдәре менән сығыш яһаны.
Азат Бадранов әйтеүенсә, "Башҡорт аты" этнофестивале төбәк фестивале генә түгел, ул республика, федераль кимәлдәге проект булырға һәм үҙ маҡсатына ирешергә тейеш.