

Ял көндәрендә Башҡортостанда 25 градусҡаса йылыта, тип фаразлай синоптиктар.
Башгидромет хәбәр итеүенсә, 27 майҙа көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ көнбайышта бер аҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡтан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫә, урыны менән секундына 16 метрға етеүе ихтимал.
Һауа температураһы көндөҙ +15, +20 градус.
Шәмбе синоптиктар төндә урыны менән, көндөҙ республика буйынса ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен вәғәҙәләй. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ айырым райондарҙа көсәйеүсән.
Һауа температураһы төндә +5, +10 градус, көндөҙ +16, +21 градус.
Йәкшәмбе урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын.
Һауа температураһы төндә +7, +12 градус, көндөҙ +20, +25 градус.