Новости
27 Май 2022, 11:30

Инвалидтарға - сертификаттар

Һүҙ торлаҡҡа мохтаж булған һәм 2005 йылдың 1 ғинуарынан һуң иҫәпкә торған инвалидтар, инвалид балалы ғаиләләр хаҡында бара. Торлаҡ сертификаттары хроник сирҙәрҙең ауыр формалары менән яфаланған кешеләр өсөн тәғәйенләнә. Бер сертификаттың хаҡы — яҡынса 2,4 миллион һум...

Инвалидтарға - сертификаттарИнвалидтарға - сертификаттар
Инвалидтарға - сертификаттар

Башҡортостанда социаль яллау килешеүе буйынса инвалидтарҙы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүҙең яңы механизмы эшләй башлай. Ошо категорияға ҡараған граждандарға торлаҡ сертификаттары бирелә. Тейешле положениелар Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы  ҡабул иткән «Башҡортостан Республикаһында инвалидтарға социаль ярҙам тураһында» законда нығытылған. Был хаҡта республика парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Һүҙ торлаҡҡа мохтаж булған һәм 2005 йылдың 1 ғинуарынан һуң иҫәпкә торған инвалидтар, инвалид балалы ғаиләләр хаҡында бара. Торлаҡ сертификаттары хроник сирҙәрҙең ауыр формалары менән яфаланған кешеләр өсөн тәғәйенләнә. Бер сертификаттың хаҡы — яҡынса 2,4 миллион һум. Республика бюджетында ошо категория граждандарын торлаҡ менән тәьмин итеүгә һалынған аҡса күләменән сығып, быйыл 74 ғаилә сертификаттар алып, торлаҡ шарттарын яҡшыртырға мөмкин. Сертификат менән ғаиләнең уңайлы урында — дауахана йәки социаль хеҙмәтләндереү учреждениеһы эргәһендә торлаҡ һатып алыу мөмкинлеге бар. Бынан тыш, урындағы үҙидара органдары республика бюджетынан ауыр сирле кешеләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүгә бүленгән аҡсаны тулыраҡ үҙләштерә ала. Закон ҡул ҡуйыу өсөн Башҡортостан Башлығына ебәрелгән.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас