Һаҡмар
+27 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
26 Мая 2022, 05:35

Көндәрҙең йылыныуы фаразлана

Алдағы өс көндә Башҡортостанда һауа температураһы 21 градусҡаса күтәрелә, тип хәбәр иттеләр Башгидрометтан...

Көндәрҙең йылыныуы фаразланаКөндәрҙең йылыныуы фаразлана
Көндәрҙең йылыныуы фаразлана

Алдағы өс көндә Башҡортостанда һауа температураһы 21 градусҡаса күтәрелә, тип хәбәр иттеләр Башгидрометтан.

Республика синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көн аяҙлы-болотло була. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан секундына 8-13 метр тиҙлектә иҫә.

Һауа температураһы көндөҙ +11, +16 градус.

27 майҙа яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан.

Һауа температураһы төндә +1, +6 градус, көндөҙ һауа 15-20 градусҡаса йылына.

28 майҙа Башҡортостанда ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел көньяҡтан талғын.

Һауа температураһы төндә +7, +12, көндөҙ иһә +16,2+1 градус йылы була.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас