Новости
23 Мая 2022, 12:15

Томан көтөлә

Һауа температураһы төндә +2,+7, аяҙытҡанда һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 0,-2 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшөүе мөмкин...

Томан көтөләТоман көтөлә
Томан көтөлә

Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 24 майҙа көндөң аяҙлы-болотло булыуы фаразлана. Урыны менән бер аҙ ямғыр, айырым райондарҙа йәшен. Ел көньяҡ-көнсығыштан, төньяҡтан секундына 5-10 метр тиҙлектә, йәшен ваҡытында киҫкен. Һауа температураһы төндә +2,+7, аяҙытҡанда һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 0,-2 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшөүе мөмкин, көндөҙ +12,+17, көньяҡ-көнсығышта +22 градусҡа тиклем. Автомобиль юлдарында төндә һәм иртән урыны менән томан.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас