Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2022, 15:15

Яҙ йылмайырға ашыҡмай

Ял көндәрендә һәм киләһе аҙнаның башында Башҡортостанда һауа температураһының артабан түбәнәйеүе көтөлә...

Яҙ йылмайырға ашыҡмай
Яҙ йылмайырға ашыҡмай

Синоптиктар фаразынса, ял көндәрендә һәм киләһе аҙнаның башында Башҡортостанда һауа температураһының артабан түбәнәйеүе көтөлә.

«Республикаға сираттағы арктик һауа массаһының килеүенә бәйле, һауа температураһы төндә 0,+5, аяҙытҡанда -3 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшөүе, көндөҙ иһә +6,+12 градус булыуы көтөлә. Ямғыр, урыны менән ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы ихтимал. Көндөҙ айырым райондарҙа боҙ-борсаҡ көтөлә», — тип хәбәр иттеләр Башгидрометүҙәктән.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: