Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2022, 15:05

Штраф һалыныуы ваҡытлыса туҡтатылды

Билдәләнмәгән урындарҙа дөйөм ҡулланылыштағы территорияла урамда сауҙа иткән йәки көнкүреш хеҙмәттәре күрһәткән өсөн штрафтарҙы ваҡытлыса ғәмәлдән сығарған закон көсөнә инде...

Штраф һалыныуы ваҡытлыса туҡтатылды
Штраф һалыныуы ваҡытлыса туҡтатылды

Башҡортостанда билдәләнмәгән урындарҙа дөйөм ҡулланылыштағы территорияла урамда сауҙа иткән йәки көнкүреш хеҙмәттәре күрһәткән өсөн штрафтарҙы ваҡытлыса ғәмәлдән сығарған закон көсөнә инде.

«Ҡағиҙә булараҡ, тыйылған урындарҙа пенсионерҙар үҙ баҡсаһында үҫтергән еләк-емешен, картуфын, төрлө әҙерләмәләрен һата. Был уларға аҙмы-күпме килем килтерә, ҙур ярҙам булып тора», — тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.

Граждандарға, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға, эшҡыуарҙарға, юридик берәмектәргә һәм уларҙың хеҙмәткәрҙәренә штраф һалынмай.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда рөхсәт ителмәгән урындарҙа сауҙа иткән өсөн штраф граждандарға — 500-3000 һум, вазифалы кешеләргә — 20- 40 мең һум, юридик берәмектәргә  50-100 мең һум ине.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: