Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2022, 15:50

Донбасҡа ярҙам

20 майҙа, Өфөнән Донбасҡа Луганск Халыҡ Республикаһы халҡы өсөн гуманитар миссия менән һигеҙенсе ылау юлға сыҡты. Был юлы колонна Луганскиға асфальт-бетон заводын һәм белгестәр бригадаһын алып бара...

Донбасҡа ярҙам
Донбасҡа ярҙам

Бөгөн, 20 майҙа, Өфөнән Донбасҡа Луганск Халыҡ Республикаһы халҡы өсөн гуманитар миссия менән һигеҙенсе ылау юлға сыҡты. Был юлы колонна Луганскиға асфальт-бетон заводын һәм белгестәр бригадаһын алып бара.

«Әлеге ваҡытта Луганск Халыҡ Республикаһында 40 табибыбыҙ һәм шәфҡәт туташыбыҙ эшләй, улар туғандаш республикаларҙа йәшәүселәргә квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтә. Унда юл эшселәре һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһе белгестәре, 30-лаған кеше эшләй. Асфальт-бетон заводы юл инфраструктураһы төҙөлөшөн һәйбәт темптар менән алып барырға мөмкинлек бирә. Хәҙер унда юлдар йөк ташыу һәм халыҡ хужалығын тергеҙеү өсөн мөһим әһәмиәткә эйә. Беҙҙең Донбасс республикаларына артабан гуманитар ярҙам күрһәтеү буйынса пландарыбыҙ ҙур. Унда мәктәп автобустары, медицина техникаһы оҙатырға йыйынабыҙ, халыҡҡа медицина ярҙамын күрһәтеүҙе дауам итербеҙ, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә ҙур эштәр башҡарыу бурысы тора, Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының ихтыяжынан сығып, башҡа йөктәр ҙә ебәрербеҙ. Республикабыҙ халҡына ярҙамсыл, изге йөрәкле булыуҙары һәм «Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» тигән принциптан баш тартмауҙары өсөн тағы ла рәхмәт әйтке килә. Рәсәй Президентының һәм республикабыҙ Башлығының бөтә йөкләмәләре үтәлер. Дөйөм алғанда, Башҡортостан Донбасҡа 800 тоннанан ашыу гуманитар ярҙам оҙатты», — тине Башҡортостан Башлығы хакимитәе етәксеһе Максим Забелин.
 
Сығанаҡ - "Башинформ"
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: