+15 °С
Ясно


Республикала үткән Башҡортостан гүзәле - 2022 матурлыҡ конкурсында беҙҙең районыбыҙҙың һылыуы Айгөл Мурзабулатова еңеү яуланы.
Айгөл адвокат булып эшләй. Ул республикалағы иң йәш адвокат булыуына ҡарамаҫтан, үҙенә алған эштәрҙе уңышлы башҡарған адвокат булып та һанала. Бынан тыш Айгөл музыка менән мауыға, шиғырҙар яҙа.
Айгөл Мурзабулатова Мәскәүҙә үткән гүзәллек конкурсында республика исеменән сығыш яһай. Уға еңеү һәм уңыштар теләйбеҙ!
Гүзәл Иҫәнгилдина.