Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
17 Мая 2022, 11:10

Өмөтбайҙар - афарин!

Улар райондың ғына түгел, ә тотош Урал аръяғының намыҫын яҡлап, Өфөлә сығыш яһаясаҡ. 

Өмөтбайҙар - афарин!Өмөтбайҙар - афарин!
Өмөтбайҙар - афарин!

Сибайҙа Зарница - 2022́ уйыны үтте. Унда Сибай, Межгорье ҡалаларынан, Архангел, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Учалы, Хәйбулла, Күгәрсен райондарынан 14-15 йәштәге балалар ҡатнашты. Һәр командала 10 егет һәм 4 ҡыҙ булды. Беҙҙең район исеменән Өмөтбай мәктәбе уҡыусылары ярышты. ОБЖ һәм физкультура уҡытыусыһы  Азамат Кәримов әҙерләгән команда беренсе урын яуланы! 

Улар Өфөлә беҙҙең райондың ғына түнел, ә Урал аръяғы төбәгенең намыҫын яҡлаясаҡ. Уңыштар һеҙгә! 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас