Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Май 2022, 11:50

Һауа торошо ниндәй була?

Аҙна аҙағына тиклем һалҡынса була...

Һауа торошо ниндәй була?
Һауа торошо ниндәй була?

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала республика биләмәһендә атмосфера баҫымы түбән була. Һауа торошонда әллә ни үҙгәрештәр көтөлмәй.

17-19 майҙа ямғырҙар тынмай, урыны менән йәшенле, көндөҙ боҙ яуыуы ихтимал. Уртаса һауа температураһы норманан 2-4 градусҡа түбәнерәк. Төндә +2+7 , урыны менән +9, көндөҙ +11,+16 градус булыуы көтөлә. Аҙна һуңында һауа температураһы бер аҙ түбәнәйә, төндә аяҙытҡанда тупраҡ өҫтөндә ҡырау төшөүе мөмкин.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: