Һаҡмар
+29 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
13 Мая 2022, 12:30

Тажлы үләт ҡабатларға уйлаймы?

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда COVID-19 раҫланған алты пациент мәрхүм булған.  Был ике көн элекке менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк...

Тажлы үләт ҡабатларға уйлаймы?Тажлы үләт ҡабатларға уйлаймы?
Тажлы үләт ҡабатларға уйлаймы?

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда COVID-19 раҫланған алты пациент үлгән.  Ике көн элекке менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк. Бөтәһе 5 637 кеше вафат булған.

Пандемия башланғандан алып республикала 287 123 сирле теркәлгән. Бөгөнгә 163 пациент дауаханала ята, 33-ө — ауыр хәлдә. 559 кеше өй шарттарында дауалана.

Башҡортостанда вакцинация дауам итә, 2 490 043 кеше уны тулыһынса тамамлаған (прививка яһатырға тейешле халыҡтың 100,2%).

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас