

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров 11 майҙа хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республикала урман янғындарына бәйле хәл тураһында хәбәр итте.
«Майҙың тәүге декадаһында Башҡортостанда 20 урман янғыны теркәлгән. Ете муниципаль районда ут сығыуға юл ҡуйылған. Урман янғындары ауылдарға күсмәгән. Хәҙерге ваҡытта янғындар юҡ», — тине Фәрит Ғүмәров.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «уяу булырға кәрәклеген» әйтте.
«Янғындар булыр, быға объектив һәм субъектив сәбәптәр бар. Ҡоро йәшендәр ҙә, кешеләрҙең яуапһыҙлығы ла. Беҙҙең бурыс — янғынды ваҡытында асыҡлап, һүндереү. Әгәр ярҙам, бөтәбеҙҙе лә йәлеп итергә кәрәк икән, шунда уҡ хәбәр итегеҙ, — тине Радий Хәбиров Фәрит Ғүмәровҡа, шулай уҡ муниципалитет башлыҡтарына мөрәжәғәт итте. — Бер ауылға ла янғын барып етмәҫкә тейеш, был — һеҙҙең шәхси яуаплылығығыҙ».