Һаҡмар
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
10 Мая 2022, 06:23

Бейеү алиһәһенә - 80!

Баймаҡ еренең данлы ҡыҙы Рәшиҙә Туйсина үҙенең күркәм юбилейын билдәләй

Бейеү алиһәһенә - 80!Бейеү алиһәһенә - 80!
Бейеү алиһәһенә - 80!

Бөгөн башҡорт бейеү сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы Туйсина үҙенең ғүмер байрамын билдәләй.

Ул Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында данлыҡлы Туйсиндар ғаиләһендә тыуған.Бар ғүмерен бейеү сәнғәтенә арнаған Рәшиҙә Туйсина менән баймаҡтар ғына түгел, бар Башҡортостан халҡы хаҡлы рәүештә ғорурлана.Башҡорт бейеүен бар донъяға танытҡан сәнғәт оҫтаһы дәүләтебеҙҙең юғары наградаларына, ә иң мөһиме - халыҡ һөйөүенә лайыҡ була.

Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы - мәшһүр бейеүсе генә түгел, ә республика кимәлендә үткән төрлө сараларҙың почетлы ҡунағы һәм әүҙем ҡатнашыусыһы ла.Тыуған яҡтарында үткән байрамдарҙан да ситтә ҡалмай.Бынан бер нисә йыл элек Сыңғыҙ ауылында Туйсиндарҙың ҙур йыйынында ла ҡатнашып, үҙенең бейеүҙәре менән барыһын да таң ҡалдырғайны ул.

Юбилейығыҙ менән, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы ҡыҙы, бейеү алиһәһе!

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас