Һаҡмар
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
6 Мая 2022, 10:00

Сентябргә тиклем һаҡлана

Балиғ булған мәктәп тамамлаусылар ҡараусыһын юғалтыуға бәйле пенсияны 1 сентябргә тиклем алырға мөмкин...

Сентябргә тиклем һаҡланаСентябргә тиклем һаҡлана
Сентябргә тиклем һаҡлана

Балиғ булған мәктәп тамамлаусылар ҡараусыһын юғалтыуға бәйле пенсияны 1 сентябргә тиклем алырға мөмкин. Юғары йәки урта махсус уҡыу йортона ингәндәрҙең дә аҡса алыуға хоҡуғы һаҡлана.

«Российская газета» хәбәр итеүенсә, студенттарға уҡып бөткәнсе пенсия түләнергә тейеш. Статс-секретарь, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Андрей Пудов һүҙҙәренсә, законда бала колледжға йәки юғары уҡыу йортона ингәс, ҡараусыһын юғалтыу осрағы буйынса пенсия түләүҙе тергеҙеүҙең ябайлаштырылған тәртибе ҡаралған: ул уны алыуын дауам итә, бының өсөн ғариза яҙырға кәрәкмәй. Закон 1 июндән көсөнә инә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас