+21 °С
Облачно


Синоптиктар хәбәр итеүенсә, ял һәм байрам көндәрендә республикала һалҡын һауа торошо көтөлә. Уртаса һауа температураһы норманан 1-2 градусҡа түбәнерәк була. Республиканың төньяҡ райондарынан һалҡын һауа массаһының үтеп инеүе көтөлә.
«Төндә республиканың күпселек өлөшөндә ер өҫтөндәге һәм тупраҡтағы һауа температураһы 0,-5 градусҡаса түбәнәйә, урыны менән +1,+6, көндөҙ иһә +10, +16, ә 2 майҙа +8,+13 градус була», — тип хәбәр итте Башгидрометүҙәк.
Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй, тип белдерҙе метеорологтар. 2 майға ҡарай төндә республиканың төньяҡ һәм таулы райондарында ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы ихтимал.