Һаҡмар
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
30 Апреля 2022, 05:15

Яҡташыбыҙ мәрхүм булды

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры актеры Марсель Хоҙайғолов ауырып донъя ҡуйған. Актер менән хушлашыу бөгөн, 30 апрелдә көндөҙгө сәғәт 12-лә, театрҙа була. Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Яҡташыбыҙ мәрхүм булдыЯҡташыбыҙ мәрхүм булды
Яҡташыбыҙ мәрхүм булды

Сибайҙа Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры актеры Марсель Хоҙайғолов ауырып донъя ҡуйған. Быйыл ул үҙенең 75 йәшен билдәләгәйне.

Актер менән хушлашыу бөгөн, 30 апрелдә көндөҙгө сәғәт 12-лә, театрҙа була.

Марсель Әмин улы Хоҙайғолов 1947 йылдың 3 мартында Баймаҡ районы Түбә ауылында тыуған. 1964 йылдан алып хеҙмәт иткән Сибай театры ветераны. Ярты быуаттан ашыу эшләгән осоронда актер төрлө ролдәрҙе башҡарған. Улар араһында Ғосман (Х. Вәхит, «Беренсе мөхәббәт»), Мирсәлим (Ә. Мирзаһитов, «Әсәләр көтәләр улдарын»), Салауат (М. Кәрим, «Салауат») һәм башҡалар бар.

Боронғо башҡорт риүәйәттәре буйынса төшөрөлгән «Алтын атлы һыбайлы» (1980); «Минең ҡәҙерле кешем» (2011) фильмдарында уйнаған.

Артист Рәсәй Мәҙәниәт һәм киң коммуникациялар министрлығының «Юғары ҡаҙаныштары өсөн» почет билдәһе менән бүләкләнгән.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас