Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
30 Апреля 2022, 05:10

Төркмәндәр матур башланғысҡа нигеҙ һалды

Беренсе Төркмән мәктәбе районда иң беренсе булып флагшток эшләне һәм аҙнаны Рәсәй, Башҡортостан флагтарын күтәреүҙән башланы.

Зәһүрә Ҡаһарманова етәкләгән Беренсе Төркмән мәктәбе коллективы уҡыу һәм тәрбиә биреү өлкәһендә яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә, зона һәм район кимәлендә үткәрелгән сараларҙа бер ҡасан да һынатмай.

Мәктәптә патриотик тәрбиәгә айырым иғтибар йүнәлтелә.Яңы уҡыу йылынан аҙнаны Рәсәй флагын күтәреү һәм гимнын тыңлау менән башланасағын һәр кемебеҙ белә.Төркмәндәр иһә был башланғысҡа ошо аҙнала уҡ нигеҙ һалды.Флагшток эшләп, аҙнаны Рәсәй һәм Башҡортостан флагтарын күтәреү һәм дәүләт гимны менән башлап ебәрҙеләр.

Афарин, төркмәндәр өлгөһөнә башҡалар ҙа эйәрер, тигән ышаныстабыҙ.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас